Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > “Бала тәрбиәлҙә башҡорт халыҡ уйындары”
Post Icon

“Бала тәрбиәлҙә башҡорт халыҡ уйындары”

Автор: Алибаева Гульдар Сахиевна,воспитатель МБДОУ д/с “Миляш” г. Баймак, Республика Башкортостан

“Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә- бәрәкәт”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән.

Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай,сөнки хәрәкәт- йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй,үҫә,тормош ҡора, ижад итә һәм

эшләй. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Әкиәт, йырҙар уйлап сығарған кеүек уйындарҙы ла халыҡ уйлап тапҡан.

Ололарҙың һөйләүе буйынса, борон, балаларҙы мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында, аҡһаҡалдар балалар араһында “балдаҡ атыш”, шар, бура, туп һуғыу кеүек махсус ярыштар ойошторор булғандар. Физик һәм әхләҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған бындай уйындар, асылда, һунарсының, малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған. 4-5 йәшкә тиклем малайҙарҙы атайҙары үҙ тәрбиәһенә алған. Улар һыбай йөрөргә, уҡтан атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән. Төрлө уйындарҙы ла улар үҙҙәре уйлап тапҡан, әлбиттә. Мәҫәлән, бура һуғыу уйыны. Күпме сослоҡ, мәргәнлек һәм көс кәрәк. Ул-борондан килгән уйын.

Халыҡ уйындарын бер нисә төркөмгә бүлергә була. Мәҫәлән, йыр менән башҡарылған уйындар- етеҙлек, йылғырлыҡ, осҡорлоҡ һәм башҡа физик тәрбиә биреү менән бергә эстетик тәрбиә лә бирә. Был төр уйындарына “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Аҡ ҡалас”, “Наза” кеүек уйындарҙы индерергә була.

Туп менән башҡарылған уйындар физик яҡтан үҫешергә ҙур ярҙам итә, күбеһе йүгереүгә ҡоролған. Улар балаларҙа етеҙлек, йылдамлыҡ, һиҙгерлек тәрбиәләйҙәр. “Өйрәк һәм һунарсы”, “Соҡор туп”, “Туҡта” һәм башҡа уйындарын туп менән уйнайҙар.

Киләһе төркөм- таяҡтар ярҙамында уйналған хәрәкәтле уйындар. Һәр ваҡыт таяҡтар менән эш итергә тура килгәнлектән, уларҙы саф һауала ойошторалар. Уйында ҡатнашыусалар йүгерәләр, һикерәләр. Мәҫәлән, “Ун таяҡ”, “Себен”, “Көршәк”, “Сәкән уйындары”.

Коллектив рәүештә башҡарылған төрлө хәрәкәтле уйындар бик күп һәм үҙенең төрлөлөгө менән айырылып тора. Уйындарҙың күбеһе хәрәкәткә, йүгереүгә, һиҙгерлекте арттырыуға, етеҙлеккә өйрәтә, балаларҙа берҙәмлек, намыҫлылыҡ, татыулыҡ сифаттары тәрбиәләй.

Был төркөмгә ошо уйындар инә: “Буяу”, “Бесәй һәм сысҡан”, “Энә һәм еп”, “Һәпәләк”, “Алтын тау”, “Кем һуҡты” кеүек уйындар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар арһында элек- электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит!

Поделиться:

Оставить комментарий