Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн физминуткалар
Post Icon

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн физминуткалар

Автор: Мурзагалина-Исянбаева Лейла Aхмадулловна, Воспитатель МБДОУ д/с “Миляш” г. Баймак, Республики Башкортостан

Балалар баҡсаһына балаларҙың ике йәштән йөрөй башлауы, уларҙың инде был ваҡыт эсендә бер ни тиклем тәрбиәне, атап әйткәндә, тирә-йүн менән таныш булыуы, хәрәкәт итергә өйрәнеүе, йәғни, үҙенә кәрәкле башланғыс йүнәлеште ғаилә эсендә, ата-әсәһе тәрбиәһе менән алған була. Ләкин ул балала дөрөҫ формалашҡанмы? Бына ошо һорауға медицина тулы яуап бирһә, балалар баҡсаһында тәрбиәсе уны тейешле йүнәлештә формалаштырыуға булышлыҡ итә һәм бурыслы ла.

Физминутка ошо йүнәлештә тәрбиәсегә төп терәк була ала. Төрлө темалар буйынса алынған физминуткалар баланы дөрөҫ атлап, дөрөҫ хәрәкәт итеүҙән алып, тирә-йүнде дөрөҫ аңлауға, дөрөҫ һөйләшә белеүгә килтерә. Ике-өс йәшлек балалар менән эшләүсе тәрбиәселәр өсөн физминуткаларҙың мотлаҡ үтәлеүе мөһим булған осраҡта ғына балаға дөрөҫ тәрбиә бирергә мөмкин.

Ошо маҡсаттан сығып физминуткаларҙы уларҙың йөкмәткеһе буйынса түбәндәгесә төркөмләр инем.

1.Тирә-йүн менән танышыу;

2.Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү маҡстында (теүәл иҫәпкә күнектереү, абстракт фекер формалаштырыу, ризыҡтар тураһында фекер туплау һ.б.);

3. Хәрәкәттәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү (атлау, йүгереү, уң яҡ, һул яҡ һ.б.);

4. Көнкүреш менән таныштырыу;

5. Ғаилә ағзалары менән танышыу;

6. Хайуандар тураһында фекер формалаштырыу;

7. Этик-эстетик зауыҡ формалаштырыу (гөл-сәскәләр, картиналар, кейемдәр һ.б.)

Миҫалға үҙ ижадымдан алынған физминуткаларҙы килтерәм.

Ҡояш ҡалҡты, йылмайҙы,

Беҙгә сәләм ебәрҙе,

Зәңгәр күктә бейене,

Арып йоҡларға ятты.

Бер тиһәм – һик(е)реп торам,

Икелә ҡолас йәйәм,

Өс тигәндә ҡул сабам,

Дүрт – бөйөргә таянам,

Биш тиһәм тыпырлатам,

Һай, бейергә яратам!

Уң ҡулым әсәй булһа,

Һул ҡулым атай булыр,

Уң аяҡ ағай булһа,

Һул аяҡ апай булыр.

Шунан уйлап ҡараһам

Барыһы ла кәрәк булыр,

Бер-береҙенә терәк булыр.

Әсәйем икмәк баҫҡанда,

Мин ярҙамға ашығам.

Үҫкәс бешерермен мин дә,

Хәҙер өйрәнеп алам.

Атайым минең көслө,

Әсәйем оҫта ҡуллы,

Апайы тыныс холҡло,

Ә ҡустым көләс йөҙлө,

Бишәү(е)беҙ бер ғаилә,

Йәшәйбеҙ татыу ғына.

Һай, алаптай айыуҙар,

Алпан-толпан атлайҙар,

Урман буйлап йәнлектәрҙе

Аяуһыҙ ҡурҡыталар.

Р-р-р-р-р-р-р-р-р-р-р

Түтәлүтүтәл сәскәләр

Хуш еҫтәрен бөркәләр,

Ел иҫһә тирбәләләр,

Хас та ирәкәләнәләр.

Шулай итеп, физминуткалар кескәйҙәр өсөн ял минуты ғына түгел, ә теге-йәки был күренеш, әйбер, кеше тураһында ниндәйһер яңы белешмә бирергә тейеш. Улар ни тиклем ябайыраҡ, балаларҙың хәтерендә шул тиклем еңелерәк ҡала.

Поделиться:

Оставить комментарий