Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > Икенсе кескәйҙәр өсөн дәрес конспекты Тема: Ҡар бөртөктәре (һүрәт төшөрөү)
Post Icon

Икенсе кескәйҙәр өсөн дәрес конспекты Тема: Ҡар бөртөктәре (һүрәт төшөрөү)

Автор: Тимербулатова Лейсан Газизовна, воспитатель МАДОУ ЦРР д/с "Айыукай" Башкортостан г. Баймак

Маҡсат: Яңы материал, мамыҡ менән танышыу; ҡар бөртөктәрен бумала менән эшләргә өйрәнеү; ритмға эйәреп хәрәкәттәр эшләү, ябай йомғаҡлау эшләргә өйрәнеү.

Ҡулланылған әйберҙәр: бумала, мамыҡ, төҫлө буяү, аҡ краска, һыу, ҡар һалынған биҙрә, ҡағыҙҙын эшләнгән ҡар бөртөктәре.

Дәрес барышы:

- Һаумыһығыҙ балалар! Кәйефтәр нисек?

Әйҙәгеҙ һәйбәт кәйефтәрҙе апайҙар менән бүлешәйек.

Афарин! Йылы булып китте, рәхмәт балалар.

Әйтегеҙ әлә балалар, ни эшләп тышта һыуыҡ, ҡар яуа? Ниндәй миҙгел етеп килә?

Эйе, дөрөҫ. Ҡыш етеп килә. Схемала күрһәтеү.

(Биҙрә менән ҡар индереү).

Балалар, әйтегеҙ әле минең ҡулымда нимә икән? Эйе, биҙрә.

Уның эсендә ҡар индерҙем һеҙгә.

Кем әйтә ҡар ниндәй төҫтә?

Тотоп ҡарағыҙ әле, ҡар тағы ла ниндәй?

Ҡарҙы ашарға ярай мы? Эйе, юҡ, сөнки ул бысыраҡ һәм һыуыҡ.

Ә яҡындан ҡараһаҡ, ҡар бөртөктәре ниндәй икән? Кем белә?

Төрлө-төрлө бер береһенә оҡшамаған селтәрҙәр. Тәҙерәгә ҡарағыҙ әле, матурмы? (Ҡағыҙҙын эшләнгән төрлө ҡар бөртөктәре эленгән).

Ҡыш пейзажы менән һүрәттәр күрһәтеү.

Ағастар ап-аҡ. Ҡар бөртөктәре ни өсөн ағастарҙың өстөнә ятҡан икән? Эйе, ағастар ҡыш көнө өшөмәһен өсөн.

II. Балалар, һеҙ ҡар бөртөктәренең һауала нисек осҡанын күргәнегеҙ бармы? Әйҙәгеҙ әле, апайҙарға ла күрһәтәйек. (Балалар өйрөлә, ел ыңғайына осалар һәм ергә түшәлеп ятауҙы күрһәтәләр ).

Уй, ҡарағыҙ әле балалар, минең ҡулыма ҡар бөртөгө килеп төштө. (Мамыҡ). Балаларға таратып биреү.

Әйҙәгеҙ өрөп ҡарайыҡ, осорҙар микән. Афарин.

Шиғыр уҡыу:

Тау өҫтөндә ҡар-ҡар,

Тау аҫтында ҡар-ҡар,

Шыршы өҫтөндә ҡар-ҡар,

Шыршы аҫтында ҡар-ҡар.

Ә ҡар аҫтында, айыу йоҡлай.

Тш-тш, тауышланмайыҡ.

III. Ә хәҙер балалар, ҡар бөртөктәрен эшләйек.

Кем әйтә, ниндәй төҫ менән эшләйбеҙ? Эйе, аҡ. (Күк ҡағыҙға, аҡ төҫ менән ҡар бөртөктәрен эшләү). Тәүҙә эшләп күрһәтеү. Балаларға ярҙам итеү.

Балаларҙың эшенә анализ эшләү. Маҡтау.

Балалар, ә беҙҙең эшләгән ҡар бөртөктәре ирейме? – Юҡ, сөнки был һүрәт.

Әйҙәгеҙ әле, биҙрәләге ҡарҙы ҡарайыҡ әле. Ҡар иреп бөтөп бара. Ни өсөн икән? – Эйе, сөнки группала йылы.

Иғтибарығыҙ өсөн, ҙур рәхмәт!!!!

Поделиться:

1 комментарий

  1. Афарин,Ләйсән Гәзиз ҡыҙы:

    Молодец, дәрес бик оҡшаны

Оставить комментарий