Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп, Конспекты НОД > «Күңелле йәшәйбеҙ баҡсала»
Post Icon

«Күңелле йәшәйбеҙ баҡсала»

Автор: Мухамедьянова Гульназ Дамировна, музыкальный руководитель I квалификационной категории МАДОУ Аркауловский детский сад "Радуга" с. Аркаулово, Салаватский район, Республика Башкортостан

Ҡатнашалар: Алып барыусы,Тыр-тыр, Мыяубикә.

Балалар күңелле көйгә залға инәләр.

Балалар: Беҙҙең баҡса бигерәк йәмле

Исеме уның «Йәйғор»

Бында беҙгә шундай рәхәт

Шуға күңелебеҙ шат.

Уйнайбыҙ беҙ баҡсала

Ҡояш көлә шатлана.

Нурын һибә һиңә лә.

Зилә менән минә лә.

Ана тағы көлә ул,

Уңғандарҙы һөйә ул.

Нурын һибә һиңә лә

Зилә менән минә лә.

(К.Кинйәбулатова)

Йыр “Баҡсабыҙҙа байрам” Р.Валиуллин көйө һәм һүҙҙәре

Бала. Ҡарағызсы, кемдәр бейей,

Үҙҙәре бик күмәктәр.

Өҫтәрендә төрлө-төрлө

Матур-матур күлдәктәр.

“Яулыҡтар менән бейеү» Ш.Ҡолбарисов көйө

Алып барыусы: Һай, афарин, балалар! Бигерәк дәртле бейенегеҙ.

Ҡапыл ишек асылып китә, Тыр-тыр менән Мыяубикә килеп инәләр.

Тыр-тыр:Ҡара әле, ҡара, бынауҙарҙы әйтәм,тәтәй күлдәктәр кейеп,матур итеп кейенешеп,яһанышып беҙҙән башҡа ғына йыйылышып ултыраларсы.

Алып барыусы:Тороп тор әле,Тыр-тыр, туҡта, ниңә улайшаулап килеп индең? Тәүҙә ҡунаҡтар менән иҫәнләшегеҙ.

Мыяубикә:Эй, үтеп барышлай балаларҙың шиғыр һөйләгәндәрен ,бейеү көйөн ишетеп килдек тә индек шул.

Икеһе бергә:Һаумыһығыҙ, шаян ҡыҙҙар,малайҙар!Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар”

Тыр-тыр:Эй ни залығыҙ ҙа бик матур биҙәлгән,бынау малайҙар,ҡыҙҙар ҙа ҡупшы итеп кейенгәндәр, ни әллә һеҙҙә берәй байрам мы ?

Алып барыусы:Эйе шул, Тыр-тыр,беҙҙә байрам. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килде, балалар уларға үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтәләр.

Тыр-тыр(үпкәләп):Ә беҙҙе байрамға саҡырманығыҙ шул.Ни ҡара әле, беҙ килгәйнек,йырламайҙар ҙа , бейемәйҙәр ҙә,эллэ инде йырҙары ла бөттө инде?

Алып барыусы:Юҡ,беҙҙең байрам әле башланып ҡына тора,бына беҙҙең ҡыҙҙар бесәй тураһында йыр йырлап ишеттерәләр.

Мыяубикә: Минең турала ма ? Шәп!!!

Тыр-тыр: Ошо бәләкәй генә ҡыҙҙар йырлайҙа беләләр мә? Ни,мин йырҙарҙы тыңларға харап яратам ул. Эйе-е-е. Улай булғас, тыңлайыҡ әле.

“Бесәй әле кескәй шул”йыры Ҡ.Даян һүҙҙәре,Р.Сәлмәнов көйө.

Тыр-тыр: Үәт бит әй! Ҡайһылай матур йырлайҙар. Ә бейей ҙә беләгеҙ мә?

Алып барыусы: Әлбиттә, беҙҙең Илназ бигерәк оҫта бейей.

Мыяубикә: Бейеһен, бейеһен!

Илназ башҡарыуында “Батырҙар бейеүе” башҡорт халыҡ көйө.

Тыр-тыр:Эх, бигерәк дәрте бейене.Ә ҡайҙа балалар йырларға, бейергә өйрәнгәндәр?

Алып барыусы: Әлбиттә, беҙҙең балалар баҡсаһында. Беҙгә бында бик күңелле, йырлайбыҙ ҙа, бейейбе ҙә, уйнайбыҙ ҙа...

Тыр-тыр менән Мыяубикә: Уйнайһығыҙ ҙа? Беҙ ҙә уйнарға ярятабыҙ.(Ҡыҙҙарҙың сәстәрен тарталар, малайҙарҙы семетәләр.)

Алып барыусы: Туҡтағыҙ Тыр-тыр, Мыяубикә,шулай уйын буламы ни? Беҙҙең балалартатыу уйнаҙар.Әйҙәгеҙ балалар, Тирмә уйынын бергә уйнап алайыҡ.

“Тирмә” уйыны Е.Басс һүҙҙәре,Ф.Гершова көйө

Уйындың аҙағында Тыр-тыр менән Мыяубикә талашып китәләр.

Алып барыусы: Тыр-тыр, Мыяубикә, һеҙ бит дуҫтар ,ә дуҫтар татыу булалар.Бына беҙҙең балалар дуҫлыҡ тураһында йыр беләләр,тыңлағыһ эле.

“Шатлыҡ” йыры

Тыр-тыр:Бигерәк матур йыр, һңҙҙәре ниндәй матур.Беҙ ҙә Мыяубикә менән һәр ваҡыт татыу йәшәрбеҙ.Шулай ма ,Мыяубикә? Асыҡтым әле, ҡайҙалыр тоҡсайымда бер кәнфит бар ине.(Ҙур кәнфит килтереп сыһарала.)

Мыяубикә;Тыр-тыр,дуҫтар менән бүлешергә кәрәк бит.

Тыр-тыр: Һуң кәнфит берәү генә,нисек бөтәһенә лә бүләйем?

Мыяубикә: Ул кәнфит тылсымлы бит.(Эсенән күп кәнфиттәр сығарып балаларға тарата.)

Алып барыусы: Ҡәҙерле ҡунаҡтар, Тыр-тыр һәм Мыяубикә. Һеҙгә бөгөнгө байрамыбыҙ , балаларыбыҙ оҡшаны ма ?

Икеһе лә бергә:Бик тә оҡшаны,һөҙҙә бик күңелле!

Бала: Баҡсала бик күңелле,

Бер туғандай йөрөйбөҙ.

Ә һеҙ беҙгә тағы шулай

Ҡунаҡ булып килегеҙ.

“Шаян йыр” Ә.Зиннурова көйө, Р.Ураҡсина һүҙҙәре.

Поделиться:

Оставить комментарий