Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > Конспект познавательного занятия по ознакомлению с окружающим миром для I младшей группы «Бесәй»
Post Icon

Конспект познавательного занятия по ознакомлению с окружающим миром для I младшей группы «Бесәй»

Автор: Альбекова Гульсум Шагибаловна, МАДОУ "ЦРР - детский сад «Айыукай» г.Баймак, Республика Башкортостан

Маҡсат : тере йән эйәһе – бесәйҙе күҙәтеү,

Тән өлөштәрен әйтергә өйрәнеү;

Традицион булмаған алымдар ҡулланып,

Һүрәт төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Һүҙ байлығын арттырыу, айырым һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү.

Һүҙлек эш: йомғаҡ, бесәй һөт ялай, түңәрәк, тәгәрәй.

Ҡорамалдар: һандыҡ, уйынсыҡ хайуандар, йомғаҡ, ватман,

Буяуҙар, һауытта һөт, салфеткалар.

Дәрес барышы:

Тәрбиәсе йөн йомғағы күрһәтә.

Ҡайһылай матур йомғаҡ.Үҙе йомшаҡ, түңәрәк.

Тәгәрәтеп карайыҡ әле.

Йомро, йомро йомғағым,

Ҡайҙа китеп юғалдың?

(Йомғаҡ һандыҡ янына алып килә.)

Һандыҡ эсендә нимә бар икән?

Дидактик уйын : «Кем нисек ҡысҡыра?»

Йомро, йомро йомғағым,

Ҡайҙа китеп юғалдың?

( Йомғаҡ бесәйле кәрзин янына алып килә.)

Бында нимә икән?

(Бесәйҙе алабыҙ.)

Ниндәй матур бесәй!

( тән төҙөлөшөн тикшереү.)

Бесәйҙең йөнө йомшаҡ.

Бесәй һыйпағанды ярата.

Тағы ла ул нимә ярата?

Һөт.

(Һөт эсерәбеҙ.)

Бесәй уйнарға ла ярата.

(Бесәй йомғаҡ менән уйнай.)

Бесәй арыны. Әйҙәгеҙ, беҙ уны йырлап йоҡлатайыҡ.

(Бесәйҙе сыгарабыҙ.)

Логоритмика

Имғәкләп: Бесәйебеҙ Мыраубай –

Мырылдай ҙа мырылдай

Арҡала,

Аяҡ – ҡулдарҙы Унан тәгәрәп китә,

Һелкеү: Аяғы менән уйнай.

Уңға – һулға Уңға – һулға тәгәрәйҙәр

Тәгәрәү: Беҙҙең шаян бесәйҙәр

Йомарланып Унан бесй ял итә,

Ятыу: Мырылдап йоҡлап китә.

Хәҙер бесәйҙен яратҡан йомғаҡтарын һүрәткә төшөрәбеҙ.

Рәсем

Бесәйҙәр һеҙгә рәхмәт әйтә.

Йомғаҡтар матур булды.

Поделиться:

1 комментарий

  1. Альбина:

    Бик һәйбәт дәрес!

Оставить комментарий