Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > Логоритмика буйынса дәрестәр өлгөһө
Post Icon

Логоритмика буйынса дәрестәр өлгөһө

Автор: Альбекова Гульсум Шагибаловна, МАДОУ "ЦРР - детский сад «Айыукай» г.Баймак, Республика Башкортостан

Логоритмика – баланың телендәге теге йәки был кәмселектәрҙе бөтөрөүҙә ҡулланылған шөғөлдәрҙең бер төрө. Был шөғөлдөң төп принцибы – тел, музыка һәм хәрәкәттең бәйләнешле ҡулланылыуы. Логоритмика дәрестәрендә түбәндәге маҡсаттар ҡуйыла:

​ баланың күреү һәм ишетеү һәләтен үҫтереү;

​ хәтерен үҫтереү;

​ хәрәкәтләндереүсе һәм артикуляцион праксисты үҫтереү;

​ хәрәкәт һәләтлеген нығытыу.

Логоритмик дәрестәр лексик темаларға таянып эшләнә. Уларҙың эстәлеге төрлө булыуы мөмкин. Хәикәйәләр йә әкиәттәр ҙә ҡулланырға мөмкин. Алынған теманы бер-нисә тапҡыр ҡабатлау, баланың хәрәкәттәрҙе ышаныслы башҡарыуына, тыңлай-ишетә белеүенә һәм, иң мөһиме, телдәге кәмселектәрҙе бөтөрөүенә килтерә.

Логоритмик дәрес түбәндәге өлөштәрҙән тора:

​ артикуляцион гимн;

​ баланың телмәрен үҫтереү.

Дәрестәрҙе логопед, тәрбиәсе, музыка етәксеһе менән бергә аҙнаһына бер тапҡыр үткәрелергә тейеш.

Тема: “Көҙ һандығы”

Йыһазландырыу: “Көҙ”ҙөң байлығы, һандыҡта көҙҙөң бүләктәре: бал, кәбеҫтә, кишер, миләш һабағы, һәр балаға төҫлө таяҡсалар, алма, барабан, бәшмәк, һәр балаға грек сәтләүеге; уйынсыҡтар: айыу, ҡуян, төлкө, терпе, бүре, тейен.

Шөғөл барышы: Уҡытыусы башына башлыҡ кейеп, “Көҙ”гә әйләнә.

Һары япраҡтарын елпеп,

Сентябрь килде ергә.

Эй, ҡыуаналар, балалар,

Шатланып алтын көҙгә!

1. Көҙ тураһында йыр.

СКАЧАТЬ РАБОТУ

Поделиться:

Оставить комментарий