Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф ғәҙәте менән таныштырыу; туған телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү. Ҡышҡы Нардуған
Post Icon

Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф ғәҙәте менән таныштырыу; туған телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү. Ҡышҡы Нардуған

Автор: Ишмурзина Лилия Мансуровна
Воспитатель МДОБУ д/с "Снегурочка". г Сибай, республика Башкортостан

 

( әҙерлек төркөмө өсөн)

Сәхнә башҡорт өйө итеп йыйыштырылған. Түрҙә инәй  ултыра . Ҡыҙҙар биҙәнеп – төҙәнеп  ултыралар.

Сәхнәгә бала – саға  менән хужабикәләр сыға.

Балалар:  Нар – нар, Нардуғанға бар, бар!

Нардуғанға бармағандың

Күңеле булыр тар – тар.

1-се бала: Нар – нар, нарына,

Бәхет бирһен барына!

2- се бала: Мал тыуарҙар түл йәйһен!

3- сө бала: Малдар ашһын ҡуранан

4- се бала: Ашлыҡ ашһын буранан!

5- се бала: Ил йортобоҙ һил булһын!

6- сы бала: Күңелегеҙ киң булһын!

1-се хужабикә. Һай, рәхмәт төшкөрҙәре! Изге теләктәрегеҙгә  мең рәхмәт! Минән байрамға - бер тауык.

2-се хужабикә. Юрауығыҙ юш килһен, изге теләктәрегеҙ тормошка ашһын! Минән – әле генә мейестән сыҡҡан йылы икмәк.

3-сө хужабикә. Минән – һеҙгә бер һарыҡ,

Етһен һыйларға барын,

Имен! – аман байрам итеп

Ҡышты ҡышларға яҙһын

4 - се хужабикә. Селлә бабай килеүгә,

(ҡышҡа бит Селлә хужа)

Яман сырғауҙар булмаһын-

Әсетеп ҡуйҙым буҙа.

Минән – буҙа бер күнәк,

Бергә эсербеҙ күмәк(бер күнәк сығарып тоттора)

Балалар бергә. Ҡот килһен малығыҙға,

Именлек барығыҙға

Доньялар булһын йәмле,

Ашығыҙ булһын тәмле,

Бала-саға тук булһын,

Сырғау, зәмәт юҡ булһын!

Байрамға килеп,  үрынығыҙ түрҙә булһын, апайҙар, инәйҙәр.

 

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, инәйебеҙ йомаҡ ҡойһон. Кем дә кем бөтә йомаҡтарға ла күберәк яуап табыр икән.

Инәй.      Ярай улай булғас, тыңлағыҙ.

Тып-тып баҫып сәпәккә.

Он таҙарта әпәккә.

Ауыҙы юҡ, мороно юҡ,

Үҙе һәр ваҡытта туҡ.

1-се ҡыҙ. Иләк, иләк!

Инәй.       Дөп дөрөҫ.

Бабайым килә ҡағынып,

Аҡ толобон ябынып.

Был кем була инде?

2-се малай. Ҡыш була инәй.

Инәй.       Дөрөҫ ҡыҙым.

йәй ҙә егет, ҡыш та егет,

йөрөй йәшел кейем кейеп.

2-се ҡыҙ. Шыршы, йәшел шыршы.

Инәй.       Һай  афарин, балам, дөрөҫ!

Ишектән керә, түргә уҙа,

Ҡулһыҙ һүрәт төшөрә,

Телһеҙ тешләй.

3-сө ҡыҙ. Һалҡын була был.

Инәй.       Дөрөҫ, ҡыҙым тап шулай.

Шәкәр тиһәң шәкәр түгел,

Һөт тә түгел, үҙе аҡ,

Мамыҡ тиһәң-мамыҡ түгел:

йә был нимә? Уйлап тап.

1-се малай. Ҡар инәй, ҡар.

Инәй.       Ай алла, дөп дөрөҫ.

Утта янмай, һыуҙа батмай,

Тышта таш була,

Өйгә инһә, һыу була.

4-се ҡыҙ. Боҙ, боҙ, әйеме, инәй?

Инәй.                Ҡолаҡтарҙы семетә,

Көй ҙә түгел бейетә,

Юрғалатып йүгертә,

Бейәләйҙәр кейҙертә.

3-се малай. Һыуыҡ, ҡыш, инәй, шулаймы?

Инәй. Тап шулай балам. Йә, кемегеҙ йомаҡтарға күберәк яуап бирҙе?

Ҡыҙҙар. Эльвина, Эльвина.

Инәй.. Ҡотлайым һине, ҡыҙым! Аҡыллым.

2-се ҡыҙ.  Ҡыҙҙар, малайҙар әйҙәгеҙ таҡмаҡ әйтешеп алайыҡ.

Барыһы бергә.  Әйҙә, әйҙә. (Ҡыҙҙар менән малайҙар ҡапма –ҡаршы торалар)

Ҡыҙҙар:            Һыу буйында талдарҙан,

Ситән үрә малайҙар.

Үҙҙәре бик шаяндар,

Бейейҙәр ҙә, йырлайҙар.

                                                        Ай дубыр - дубая,

Вай дубыр-дубая.

Тыпыр- тыпыр бейеганда.

Кәүҙәләр матурая.

 

 Малайҙар:        Йылға буйы тал  тирәк,

Һайлай белергә кәрәк.

Беҙҙең кеуек шәп егеттәр,

Күп түгел шул бик һирәк.

                                                Ай дубыр - дубая,

Вай дубыр-дубая.

Тыпыр- тыпыр бейегәндә.

Кәкре аяҡ турая.

Ҡыҙҙар :              Шәп егеттәр килгәндәр,

Күҙәтәек әҙерәк.

Сың-сың тәңкәләре

Әйтегеҙсе тиҙерәк

                                               Ай дубыр - дубая,

Вай дубыр-дубая.

Егеттәрҙе маҡтаһаң

Егеттәр ҡупырая.

 

Малайҙар :            Ситән буйында ҡыҙҙарҙың

Тәңкәләре ней һөйләй?

Тыпыр – тыпыр бейегеҙсе,

Бейегеҙ тейеп көйләй.

                                                        Ай дубыр - дубая,

Вай дубыр-дубая.

Тыпыр- тыпыр бейеганда.

Кәүҙәләр матурая.

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ  уйын уйнап алайыҡ.

Барыһы бергә.  Әйҙә, әйҙә.

“Наза” бейеүен бейейҙәр.

3-се малай. Инәй, нимә аңлата ул “Нардуған” һүҙе?

Инәй. “Нар” ул “Ҡояш” тигәнде аңлата. Нардуған – Ҡояш тыуған көн. Борон-борон заманда ата-бабаларыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә, иң ҡыҫҡа көндәрҙә Ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр: “Нар, туған, йөҙөң менән беҙгә борол инде!” Көн оҙая башлағас, Ҡояш кешеләрҙе тыңлап, йөҙө менән борола икән, тип ышандырған. Ҡышҡы Нардуған декаберҙең 25-нән байрам ителгән.

1-се малай. Бөгөн Ҡояш тыуған көн,

Оло байрам – Нардуған,

Әйҙә бергә әйләнәйек-

Барыбыҙҙа бер туған.

 

Ҡулға – ҡул тотоношоп, башҡорт халыҡ йыры “Нардуғанды” башҡаралар.

Һин – уртала, ә беҙ ситтә

Әйләнәбеҙ Нардуған,

Әйҙә, бергә әйләнәйек-

Нардуғанға кил, туған.

Нардуған,  Нардуған,

Нардуғанға кил туған,

Нардуғаным, йырлы бул

Табыныбыҙ йырлы бул,

Матур шиғыр, көйлө бул.

Нардуған,  Нардуған,

Нардуғанға кил туған.

 

Ҡыҙҙар. Инәй, ноҡот һал әле: кем килер икән беҙҙең байрамға?

Инәй ноҡот һала.

Инәй. Оҙон-оҙаҡ юл булыр,

Беҙгә кем килә булыр?

Ноҡотҡа берәүҙең һыны төшә:

Үҙе ҡарт, үҙе дәрт.

Уның байрамда булыуы шарт.

 

Селлә бабай инә.

Селлә бабай. Бына, Нардуған байрамына ашыға-ашыға килеп еттем.

1-се малай.  Әйҙәгеҙ, Селлә бабайҙы бейетеп алайыҡ әле.

Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.

 

Бөтәһе бергә таҡмаҡ әйтә.

 

Баҫ әле, Селлә бабай,

Оҫта баҫаһың ҡалай.

Беҙҙең менән йырлап-бейеп,

Күңелең ас бер талай.

Баҫ, баҫ иҙәнгә,

Иҙәнебеҙ имән дә.

Рәхмәт һиңә бабайыбыҙ,

Нардуғанға килгәнгә!

 

Селлә бабай бейеп туҡтай.

 

Селлә бабай. Балала, һеҙ һыуыҡтан ҡурҡмайһығыҙмы? Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ.

Уйын уйнау “Өшөтәм”.

Уйнап бөткәс балалар Селлә бабайҙы ихтирам итеп, түргә- инәй эргәһенә ултырталар.

1-се ҡыҙ.. Әйҙәгеҙ, малайҙар ат сабыштырып алһындар.

Уйын “Таһыл егет”.

 

Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.

2-се ҡыҙ.. Ҡыш тураһында йыр ҙа йырлап алайыҡ.

 

Йыр “Ҡар бөртөктәре”.

1-се  малай.  Әйҙәгеҙ, Ҡояшыбыҙға мөрәжәғәт итеп дан әйтәйек.

Нар ҡояшым, сыҡ инде,

Һинән нурлы юҡ инде,

Ас һин яҡты күҙеңде,

Күрһәт нурлы йөҙөңдө.

 

Бөтәһе бергә. Миһырбанлы Ҡояшым.

Барына нур ҡояһың,

Доньялағы бар йәнлегең

Иркәләйһең, һөйәһең!

 

1-се хужабикә. Малыбыҙға һөт килһен

Йот килмәһен, туҡ килһен.

Ҡортобоҙ осһон кейәнән.

Ҡолон тыуһын бейәнән.

 

Тай-тулағыбыҙ туҡ булһын,

Тауығыбыҙ күп булһын.

Барыбыҙға һаулыҡ,

Һаулыҡ-үҙе ҙур байлыҡ!

 

Селлә бабай. Киң ризыҡ, киң дәүләт бирһен, иҫләмәгән, уйламаған ерҙән ғәйеп ҡаҙналығы ризыҡтар бирһен!

Селлә бабай. Байрамыбыҙ урамда үтһен. Рәхим итегеҙ урамға, балалар!

 

Музыка уйнай. Күмәкләп урамға сығалар.  Һәм  хәрәкәтле халыҡ уйындары уйнайҙар.

      Алыш— балалар уйыны.

Уйнаусылар сүкәйгән килеш тубыҡтарына ҡайыш йәки йүкәнән яһалған дүңгәләк кейәләр. Ҡулдар тубыҡ аҫтына ҡыҫтырыла. Балалар шул килеш һикергеләп йөрөй һәм бер-береһен, ҡулбаштары менән төртөп, йығырға тырыша. Йығылғаны уйындан сыға бара.

Кем аунамай ҡала, шул еңеүсе була. Был уйынды икегә бүленеп тә уйнарға була.

   

 Аҡ тирәк-күк тирәк

Балалар икегә бүленеп бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:

Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,

Ат башында кимерсәк.

Аҡ тирәк- күк тирәк

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

   

 Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:

Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,

Ҡабырсығым кимерсәк,

Уҡ аттым, батманы,

Һәмгелсәгем ҡатманы,

Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,

Энә менән еп тә кәрәк,
Ҡашығаяҡ йыуылмаған,

Аҡ тирәк күк тирәк

Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,

Беҙгә иң матур йырсыбыҙ

Алма атлы ҡыҙ кәрәк.

Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.

 

Төлкө һәм тауыҡтар .

Балалар үҙҙәре араһыннан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә.

Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе була.

 

 

Поделиться:

Оставить комментарий