Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > Методическая разработка на тему: “Физкультминутки для детей дошкольного возраста”
Post Icon

Методическая разработка на тему: “Физкультминутки для детей дошкольного возраста”

Автор: Фаизова Гульфия Хальфитдиновна, воспитатель МАДОУ ЦРР- детский сад “Звёздный” г. Баймак, РБ

Уйындарҙа-хәрәкәт,хәрәкәттә - бәрәкәт.

Бала был донъяға килгәс тә хәрәкәт итә башлай.Тик хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй,үҫә,эшләй.Тик балалар баҡсаһында физик үҫештең төп нигеҙе һалына.Баланың сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу тәрбиәсенең төп бурыстарының бәреһе булып тора.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар хәрәкәтһеҙ килеш бер урында оҙаҡ ултыра алмай.Улар тиҙ арыйҙар.Шуға күрә лә балалар баҡсаһында шөғөл барышында һәр ваҡыт физкультминуткалар үткәреү мөһим.Физкультминутка һанағыстар,төрлө көлкө шиғырҙар менән үткәрелһә,баланың талыҡҡан тәне яҙыла,физик яҡтан активлаштыра һәм шул уҡ ваҡытта шиғырҙар,һанағыстар уларҙың телмәр үҫешенә лә ярҙам итә.

Тейен сәпәкәй итә , (сәпәкәй итәләр)
Ҡуян иҙәнде тибә, (тыпырлайҙар)
Ә тайыш табан айыу,
Башын гына һелкетә.(башты уңға,һулға һелкеү)

Ҡуян йүгереп үтә (урында йүгерәләр)
Башын да ул һепкетә,(башты уңға,һулға һелкеү)
Яҡ-яғына ҡаранып, (тирә-яҡҡа башты бороу)
Шыршы аҫтына боҫа.(урынға ултырыу)

Балалар,балалар, (урында атлау)
Урам буйлап баралар,
Ултырып та алалар, (сүкәйеү)
Йүгереп тә алалар, (урында йүгерәләр)
Һаман алға баралар. (атлау)

Тейен һикерә ағасҡа,(урында һикереү)
Ҡуян бик шәп йүгерә, (урында йүгереү)
Тайыш табан һоро айыу,
Йылғала бик шәп йөҙә. (йөҙөү хәркәтен эшләү)
Ҡуян килеп сыҡты ярға, (урында йүгереү)
Күрҙе айыуҙы йылғала, (байҡап ҡарау)
Ҡурҡыштан йүгереп барып,(урында йөрөү)
Боҫто ағас артына аҫтына.(урындарға ултыралар)

Ҡулдарҙы йәйҙек, (ҡулдарҙы йәйеү)
Булдыҡ инде самолет,
Дырылданы,геүләне, (ҡулдар йәйелгән көйө йүгереү)
Осоп китте самолет.
Килеп еттек ҡалаға,
Самолет шәп осҡанға.(урындарға ултырыу)

Бер,ике- беҙ баҫабыҙ. (баҫыу)
Өс,дүрт-беҙ атлайбыҙ. (атлау)
Биш,алты-нығыраҡ баҫ, (йән көскә баҫыу)
Ете ,һигеҙ-ултыр тиҙ. (ултырыу)

Бер,ике,өс - (ҡулдарҙы бөгөү)
Беҙҙә бөтә көс.
Һыуҙа балыҡтай йөҙәбеҙ, (йөҙөү хәрәкәтен яһау)
Конькиҙа шәп йөрөйбөҙ. (конькиҙа йөрөү хәрәкәтен яһау)
Бер,ике,өс,
Ҡуян кеүек һикерәбеҙ, (урында һикереү)
Матур булып ултырабыҙ. (урынға ултырабыҙ)

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек. (йөҙөү хәрәкәте)
Ҡоштар кеүек осайыҡ. (осоу хәрәкәте)
Ҡуян кеүек һикерәйек, (урында һикереү)
Урындарға ултырайыҡ. (урындарға ултырыу)

Поделиться:

Оставить комментарий