Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > Науруз – күркәм байрам
Post Icon

Науруз – күркәм байрам

Автор: Ишмурзина Лилия Мансуровна. Воспитатель МДОБУ д/с "Снегурочка". г Сибай, республика Башкортостан ( әҙерлек төркөмө өсөн).

Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф ғәҙәте менән таныштырыу; туған телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.

Борон – борондан мосолмандар тормошта иң мөһим ваҡиғаларҙы ихлас күңелдән байрамса билдәләп үтә торған булғандар. Науруз байрамы ла шундай йолаларҙың береһе. “науруз” – фарсы һүҙе, “яңы көн” тигәнде аңлата, төн менән көндө яҙғы тигеҙләшкән осорона тап килә.

(сәхнә алдында бәләкәй ҡыҙ өләсәһе менән)

Ҡыҙ гәзит уҡый: (белдереү)

  • Өләсәй, һин йәш саҡта был байрамды үткәрә торғайнығыҙмы?

Өләсәй:

  • Үткәрмәгән ҡайҙа ул. Үткәргәндә лә нисек үткәрә торғайныҡ. Науруз байрамына халыҡ алдан әҙерләнә торған ине. Уйын төрҙәрен уйлай, һәр өйҙә һый әҙерләнә. Бигерәктә бойҙай ашамлыҡтарына өҫтөнлөк бирелә, сөнки бойҙай аштың иң өлкәне.

Ҡыҙ:

  • Ә Науруз тигән һүҙ нимәне аңлата?

Өләсәй:

  • Науруз – яңы көн тигәнде аңлата . Ғалимдар фекеренсә төрки халыҡтары беҙҙең эраға тиклем мең йылдар элек үк Науруз байрамын үткәргәндәр. Эй күңелле үтә торғайны был байрамдар: күпме йыр, бейеү, ярыштар үткәрелә ине. Ил – йортҡа тыныслыҡ , ҡырҙарға мул уңыш , мал –тыуарға үрсем теләйҙәр ине. Бер береһенә изге теләктәр әйтәләр ине.

Эй, балам, ниңә мин быларҙы һиңә һөйләп торам әле. Әйҙә минең менән, минең йәшлеккә бер аҙым яһайыҡ.

(йәйләү. Байрамға әҙерлек бара, тирмән тарталар, ти бешә, бауырһаҡ бешерәләр. Ҡыҙҙар урындыҡҡа әҙер ризыҡтарҙы ашъяулыҡҡа ҡуялар, ғамаҡлайҙар).

  • -Науруз йылға баш булыр,
  • Бойҙай башҡа баш булыр,
  • Бойҙай уңһа аш булыр
  • Уңмаһа аш таш булыр,
  • Йылдың башы уң булһын
  • Ризығы муң булһын
  • Игендәр шашып уңһын
  • Ҡаҙандар ташып торһон
  • Бир хоҙай көндөн һилен,
  • Донъялар булһын имен.

Сәхнәгә ҡыҙҙар, малайҙар төркөм булып инәләр. Бер малайҙың ҡулында ҡолға.

1-се бала:

Йыйылығыҙ, йыйылығыҙ барығыҙ!

Науруз етте, Науруз етте белегеҙ!

Наурызсылар килде һеҙгә,

Ни һөйөнсө бирерһегеҙ?!

2-се бала:

Ас ишеген керәбеҙ

Науруз әйтә киләбеҙ

Хәйер доға ҡылабыҙ

Аш- һыу көтөп торабыҙ.

Бергә: Науруз мөбәрәк булһын, яңы йылығыҙ ҡотло булһын.

(Әбей, бабай өйҙә)

  • Әссәләмәғәләйүм! (ҡуш ҡуллап күрешәләр)

Әбей:

  • Рәхим итегеҙ, балалар! Науруз ҡотло булһын!

Ҡыҙ:

  • Килә Науруз, даулап, шаулап
  • Бәхет шатлыҡтар яулап,
  • Науруз мөбәрәк булһын
  • Яңы йылығыҙ ҡотло булһын.

Әбей:

  • ҡаҙҙар ҡанат бирһен
  • Торналар аяҡ бирһен
  • Ҡыҙҙарым ҙур үҫегеҙ
  • Кейәүгә сығып китегеҙ.

(балаларға бауырһаҡ бирә)

Малай:

  • Науруз хаҡы бер алтын
  • Ҡарама алтан – йотан,
  • Ҡараһаң , бир ике алтын
  • Науруз мөбәрәк булһын.

(бабай балаларға ваҡ аҡса бирә)

Бергә:

  • Науруз әйттек беҙ һеҙгә,
  • Хаҡын бирегеҙ беҙгә:
  • Йәшегеҙ етһен йөҙгә,
  • Малығыҙ артһын көҙгә, Науруз мөбәрәк булһын.

Алып барыусы: әйҙәгеҙ дуҫар, бергә йыйылғанда күңел асайыҡ, йырлайыҡ, бейейек. Әйҙәгеҙ “Йәшерәм яулыҡ” уйнайыҡ.

1-Ҡыҙ:

-Уйын менән мауығып Науырызбикә тураһында оноттоҡ түгелме? Наурузбикәһеҙ байрам була мы ни?

2-Ҡыҙ:

Ҡыш бабай менән бәхәсләшеп, ерҙе йәшәртмәк булып ҡырҙа йөрөйҙөр, эҙләргә кәрәк.

Малай: Нишләй ҡыш бабай һуңлай икән? Әйҙәгеҙ бергәләп саҡырайыҡ.

Бергә: Ҡыш бабай, Ҡыш бабай! Һин ҡайҙа? Ҡарһылыуҙа күренмәй. Науризбикә һеҙҙең тирәлә күренмәйме?

Ҡыш бабай:

  • О –һо – һо! Улдарым, ҡыҙҙарым! Мин алыҫҡа китергә йыйынам. Ҡарһлыуҙа минең менән. Һеҙҙең яҡтарҙан бер ҙә киткем килмәһә лә сигенергә тура килә. Наурузбикә бик көслө, дәртле. Ҡояш менән икәүләп көндөҙ миңә күҙ асырға ла ирек бирмәйҙәр. Батшалыҡты ҡыйын булһа ла Наурузбикәгә бирергә тура килә. Ул хәҙер килеп етер. Уның өлгөрмәгән ере юҡ. Минәндә теләгеҙ аҡ юл үҙенә. Хушығыҙ!

Алып барыусы: Үҙе килер булғас, бейеп күңел асайыҡ (малайҙар бейеүе башҡарыла)

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ Наурузбикәне саҡырайыҡ!

Бергә:

  • Наурузбикә, Наурузбикә,
  • Нур биреүсе Нурбикә,
  • Гөл биреүсе Гөлбикә
  • Сылтырбикә, Яҙбикә.
  • Кил беҙгә, кил беҙгә!

Өшөтәм уйыны.

  • Ана Наурызбикәнең тауышыла ишетелә.Минәндә аҡ юл теләгеҙ үҙенә. Хушығыҙ!

Өләсәй:

-Хуш киләһең , Наурузбикә!

Наурызбикә:

  • Һаумыһығыҙ улдарым, ҡыҙҙарым. Сәләм һеҙгә яҙғы ҡояштан. Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта балаларым кешеләргә бәхет теләгеҙ. Бер – берегеҙгә яғымлы булығыҙ. Тәнегеҙгә сихәт , күңелегеҙгә изгелек хисе тулыр.

Эльмира:

  • Әйҙәгеҙ Наурузбикә менән бейеп алайыҡ.

( бейеү Яҙ килә).

Наурызбикә:

-Э-э-эй афариндар, бигерәк матур бейенегеҙ.Балалар әйҙәгеҙ мин һеҙгә һанашмаҡтар әйтаем:

  • Әгәр 1 мартта йылы булып, тамсы тамһа, ҡар тиҙ китәр.
  • Март башында турғай эсерлек һыу булһа , йыл яҡшы килер.
  • 25 мартта ямғыр яуһа, арыш игене уңыр.

Өләсәй:

Наурызбикә беҙ йомаҡта сисә беләбеҙ:

Балалар : әйе

Инәй. Ярай улай булғас, тыңлағыҙ.

Бабайым килә ҡағынып,

Аҡ толобон ябынып.

Был кем була инде?

2-се ҡыҙ. Ҡыш була инәй.

Инәй. Дөрөҫ ҡыҙым.

йәй ҙә егет, ҡыш та егет,

йөрөй йәшел кейем кейеп.

1-се ҡыҙ. Шыршы, йәшел шыршы.

Инәй. Һай афарин, балам, дөрөҫ!

Ишектән керә, түргә уҙа,

Ҡулһыҙ һүрәт төшөрә,

Телһеҙ тешләй.

3-сө ҡыҙ. Һалҡын була был.

Инәй. Дөрөҫ, ҡыҙым тап шулай.

Йәшенле ямғыр етте,

Күккә көйәнтә элде.

Кем яуап тиҙерәк табыр,

Ул нимә була

1-се ҡыҙ. Йәйғор

Инәй. Ай алла, дөп дөрөҫ.

Утта янмай, һыуҙа батмай,

Тышта таш була,

Өйгә инһә, һыу була.

4-се ҡыҙ. Боҙ, боҙ, әйеме, инәй?

Инәй. Тамсылап ҡына тамһа ла ,

Бөтә ерҙе һуғара.

Арағыҙҙа кем тапҡыр

Исеме уның……

1-се ҡыҙ. ямғыр, ҡыш, инәй, шулаймы?

Наурызбикә:

-Бигерәк елгерҙәр икән, яуаптарын дөрөҫ әйттеләр.

Кирелә, кирелә урман эйәһе килеп инә. Ҡулында тубырсыҡтар менән кәрзин.

Урман эйәһе:

  • Ниндәй тауыш ул. Тамле генә төштәр күреп йоҡлап ята инем ҡысҡырышып уяттығыҙ.

Наурызбикә:

  • Беҙҙә Урман эйәһе Науруз байрамы. Балалар менән уйнайбыҙ , йырлайбыҙ, бейейбеҙ.

Урман эйәһе:

  • Ыста минеңдә уйнағым килә. (тубырсыҡтар мн уйын).
  • Бигерәк шәп малайҙар һәм ҡыҙлар булып сыҡтылар.

Өләсәй:

-улар ней яҙ тураһында йырҙа беләләр.

Йыр

Урман эйәһе:

  • Һеҙҙең менән күңелле лә ул, миңә китер кәрәк.Урманда ағастарҙы, йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы ҡарап сығайым. Һыуыҡ бабай өшөтмәгән микән. Ярай һау булығыҙ балалар, Наурузбикә, өләсәй.

(сығып китә)

Өләсәй:

- әйе шул Урман эйәһе һинең эшең күп. Ә беҙ балалар менән тәбиғәтте һаҡларбыҙ :йылғаларҙы таҙа тоторбоҙ, ағастар ултыртырбыҙ.

Наурузбикә:

-миндә барығыҙға ла иҫәнлек – һаулыҡ теләйем, донъялар тыныс булһын, зәңгәр күгебеҙҙе ҡара болоттар ҡапламаһын. Урман эйәһе менән миндә юлға сығайым

Урман эйәһе, Наурузбикә:

-Ярай һау булығыҙ балалар, өләсәй.

(сығып китәләр).

Өләсәй:

  • Э-э-эй балаҡайларым самауырым ҡайнап киткән әйҙәгеҙ инеп сәй эсеп алайыҡ.

Поделиться:

Оставить комментарий