Вы находитесь здесь: Главная > Воспитателям национальных групп > «Телдәр белгән – илдәр гиҙгән»
Post Icon

«Телдәр белгән – илдәр гиҙгән»

Автор: Идельбекова Райля Равильевна, воспитатель МБДОУ д/с №7 «Азамат», г. Кумертау, Республика Башкортостан

Кеше үҙенең тыуған ерен, туған телен яратмай, башҡа милләтте ихтирам итмәй тороп, бар донъяны ярата алмай, тигән Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев. Ысынлап та, милли рух, тыуған илеңә, туған телеңә һөйөү тойғоһо, башҡа милләт вәкилдәре менән аңлашып, һыйышып, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү сифаты бала саҡта алған ғаилә тәрбиәһенән һәм мөхиттән килә.

Күмертау ҡалаһындағы мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһы- 7-се «Азамат» балалар баҡсаһының педагогия коллективы ла белем һәм тәрбиә биреү эшен ошоно һәр саҡ күҙ уңында тотоп башҡара. Балалар баҡсаһында уҙғарылған һәр сараның маҡсаты- балаларҙың телмәрен үҫтереү, башҡа милләттәр мәҙәниәтенә һәм теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

«Азамат» балалар баҡсаһының ҡалалағы башҡа мәктәпкәсә йәштәге белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларынан айырмалы үҙенсәлеге шунда: бында тәрбиәләнеүсе 3 йәштән-6 йәшкәсә балалар башҡорт теле менән бер рәттән инглиз телен һәм әлеге телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтың мәҙәниәтен, ғөрөф – ғәҙәттәрен, традицияларын да өйрәнә.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың танып – белеү әүҙемлеген һөҙөмтәле итеп ойоштороу бөгөн дә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Уны хәл итеүҙең бер юлы-кесе йәштән үк туған һәм сит телдәрҙе өйрәтеү аша балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү. Педагогия коллективы үҙенең оҙаҡ йылдарға иҫәпләнгән (2014-2019 йылдар) эш проектын ошо йүнәлештә алып барарға ҡарар итте лә инде. Социаль әһәмиәтле проектты ата-әсәләр ҙә хупланы. Ни өсөн бындай йүнәлештә эшләргә булдыҡ, тигән һорауға яуап ябай: сөнки балаларҙың психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда ниндәй ҙә булһа телде өйрәнеү өсөн мәктәпкә йәштәге осор иң уңайлыһы, тип иҫәпләнә. Был йәштә балаларҙың телмәре һәм фекерләү ҡеүәһе, хәтерҙәре лә әүҙемләшә, улар аҡыл кимәле һәм эстетик йәһәттән дә формалаша.

Беҙҙең балалар баҡсаһы педагогтары проектты тормошҡа ашарыу өсөн «Тыуғандан алып мәктәпкәсә тиклем» исемле өлгөлө төп дөйөм белем биреү программаһын (Н.Е.Вераксы редакцияһында), Ф.Ғ.Аҙнабаеваның “Осҡон ”, З.Г.Нафикова һәм Г.Г.Ғәлиеваның «Башҡорт балалар баҡсалары өсөн комплекслы уҡытыу-тәрбиә программаһы», ә инглиз телен өйрәнгәндә М.Л.Филиндың 4-7 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән программаһын ҡуллана. Шулай итеп, әйтеп үтелгән программаның төп белем биреү маҡсатын тормошҡа ашырыу менән бер рәттән педагогтар балаларҙың танып-белеү һәләтен дә –үҫтерә.

Программа нигеҙендә инновацион педагогик (бармаҡ уйындары, тын алыу гимнастикаһы, психологик этюдтар, әкиәт терапияһы, проектлау методы һ.б.), традицион булмаған технологиялар ҙа ҡулланыла.

Балаларға бигерәк тә дәрес сәйәхәт( «Өләсәйҙә ҡунаҡта», «Ҡурай сәскәһе», «Алтын көҙ», «Яҙ сибәркәй»), дәрес-экскурсиялар, йомаҡтар сисеү, йәнһүрәттәр ҡарау, башҡорт һәм инглиз телдәрендәге әкиәттәрҙе сәхнәләштереү, театр аҙналығы дәрестәре оҡшай.

Проекттың һөҙөмтәлелегенә өлгәшеүҙә педагогик кадрҙар менән эшләү ҙур роль уйнай. Өлкән тәрбиәсе З.Боҫҡанова, тәрбиәселәр Р.Иҙелбәкова, А.Йыһаншина, З.Сәхиуллиналар балаларҙа туған һәм сит телгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа төрлө алымдар ҡулланып үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй. Һөҙөмтәлә балалар шиғырҙарҙы тасуири итеп яттан һөйләй, уйындар аша республика һәм сит халыҡтарының ҡаҙаныштарын һәм ғөрөф – ғәҙәттәрен сағылдыра алалар.

Балалар баҡсаһы коллективы ҡалала, республикала уҙғарылған төрлө мәҙәни, белем һәм тәрбиәгә арналған семинар, конфиренцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Тәрбиәселәр үҙ белемдәрен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирә: төрлө курстарҙа уҡып ҡайта.

Декабрҙә ҡала кимәлендә үткән «Шәжәрә» байрамында ҡатнашып Гран-приға лайыҡ булдыҡ.

Ғинуарҙа баҡсабыҙҙа өлкән тәрбиәселәр өсөн «Туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеү аша балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү» тигән темаға ҡала семинары уҙғарылды. Семинарҙа ҡатнашыусылар коллективтың белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге эшен юғары баһаланы.

«Телдәр белгән – илдәр гиҙгән», тиҙәр. Тимәк, беҙ башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнеүгә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята алғанбыҙ. Киләсәктә лә коллектив ҡабул ителгән проектты уңышлы тамамлар өсөн бөтә тырышлығын һәм белемен һалыр, тигән өмөттәбеҙ.

Поделиться:

Оставить комментарий